Аҡ аманат - һалдат хаттары

  • Подписчики: 153 подписчиков
  • ID: 52245179
Блокировка:
Нет ограничений
Верификация:
Сообщество не верифицировано администрацией ВКонтакте
Видимость
открытое
Популярность:
У сообщества нет огня Прометея
Домен:
club52245179

Описание

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙҙәрен аямаған, беҙгә тыныс тормош яулаған ағай-апайҙарыбыҙҙың, бабай-әбейҙәребеҙҙең яҡты иҫтәлеген улар тураһында яҙылған материалға битараф түгеллегебеҙҙе, уларҙың батырлыҡтарын онотмауыбыҙҙы белдереп "йөрәк"кә (мне нравится) баҫып булһа ла белдерәйек. Шулай уҡ үҙегеҙҙә булған материалды ла ҡуйһағыҙ, бик яҡшы булыр. Һин ҡайтырһың микән, юҡ микән? Абдулхаҡ Игебаев Ялҡын ҡатыш алам һулышымды, Йөрәккәйем әллә ут микән? Көтә-көтә көтөк булдым инде, Һин ҡайтырһың микән, юҡ микән? Үҙ-үҙемде онотоп, йүгереп сығам Киткән юлдарыңа кис, иртән. Төндө ҡыуып килгән таң шикелле, Һин ҡайтырһың микән, юҡ микән? Яңғыҙ ҡайын һымаҡ, бөгөлөп - һығылып, Бер күрергә зарығып мин көтәм, Күкрәгемә шатлыҡ йыры булып, Һин ҡайтырһың микән, юҡ микән? Тыуған илгә матур яҙҙар килде, Ҡанлы яуҙар тынды бик күптән, Бөркөткәйем, һаман ҡауыша алмайбыҙ, Һин ҡайтырһың микән, юҡ микән?